Воскресенье, 05.05.2024, 19:18

Ковардинский сельсовет МР Гафурийский район РБ     

Главная | Мой профиль | Выход Вы вошли как Гость | Группа "Гости" | RSS


Страницы сайта

 

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


Форма входа



  • Cайт с. Юлуково
  • Сайты школ Гафурийского района
  • Газета  "Табын"
  • Йәшлек" газетаһы
  • Администрации сельских поселений района            



    Главная » 2014 » Октябрь » 7 » Юлыҡта ҡорбан байрамы
    10:27
    Юлыҡта ҡорбан байрамы

    Юлыҡ ауылында дини байрамдарҙың  иң изге, сауаплы Ҡорбан байрамы бик мөбәрәк уҙҙы.

                Иртән байрамса кейенгән олоһо ла, кесеһе лә үҙҙәре бешергән һый-ниғмәттәрен тотоп, иман йортона, байрамға йыйылды. Ололар менән бер рәттән балаларҙың да,байрамдарҙа ғына түгел, йома намаҙҙарында ла бик күпләп әүҙем генә йөрөүе ҙур шатлыҡ тыуҙыра: ауылыбыҙҙа иманлы быуын үҫә.

                Мәсеттебеҙҙең имам-хатибы Салауат хәҙрәт Юлыҡов изге байрам менән ҡотлап: «Тәүге йылдарҙа 1-әр, 2-шәр генә ҡорбанлыҡтар була торғайны, аллаға шөкөр, күреүебеҙсә йылдан-йыл ҡорбан салдырыусылар һаны арта. Был байрамда ғына 15 ҡорбанлыҡ, был инде халыҡтың күпләп дингә тартылыуын раҫлай,»- тип һөйләп үтте ул. Һәм шулай уҡ Имам-хатип ярҙамсыһы Ильнур Ғәлин вәғәҙ уҡыны, дини мәғлүмәттәр менән таныштырып үтте.….

                Һуңынан ғәйет намаҙы уҡылды. Ҡорбанлыҡтар салынып аштар бешкәнсә Салауат хәҙрәт 2 ҡорбан ғәйете араһында мәрхүм булғандарға, беҙҙең бөгөнгө матур аяҙ күк йөҙөбөҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн яуҙа башын һалған шаһиттар рухына ла бағышлап аяттар уҡылдыы, хәйер-саҙаҡалар таратылды. Байрам менән ҡотлап ауыл хакимиәте башлығы Илфат Әхмәт улы, ветерандар советы рәйесе Таһир Ситдыҡ улы Юлмөхәмәтов тә иң изге теләктәрен белдереп ҡотлап үттеләр.

                 Был көндө Шәүрә Яҡшибаева Вәлийән ҡыҙы, Ринат Әлибаев, Гөлнур һәм Әбүбәкир Сәлимовтар, Рәүилә һәм Йәмил Вәлиевтар, Рәзилә һәм Нүрғәле Мәмәтҡоловтар, Мөхөтдиновтар ҡоҙалары менән 2 һарыҡ мәсет урамында салдырһалар, ҡалғандары өйҙәрендә салдырып туғандарын күрше тирәләрен йыйып ҡорбан ашынан ауыҙ иттерҙеләр.

                Мөхәммәт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: «Ҡорбан байрамы көнөндә иң яҡшы ғәмәлегеҙ – ҡорбан салыу,» - тип әйткән. Хоҙай Тәғәлә ҡорбан салғанда тамған һәр бер ҡан тамсыһын ул ергә барып төшкәнсе үк ҡабул итә. «Ҡорбан салдырып, ҙур сауап алып, ите менән ауылдаштарын һыйлаусыларға ла Аллаһы тәғәләнең ҙур рәхмәте төшһөн,» - тигән теләктәр менән, - көнөбөҙгә тыныслыҡ, именлек, бәрәкәт теләп таралышты бар халыҡ бик матур байрамдан.

        Каскинова Нурсилә

    Просмотров: 588 | Добавил: Коварды | Рейтинг: 0.0/0
    Всего комментариев: 0
    Имя *:
    Email *:
    Код *:
                  Поиск
       
            
    Календарь
    «  Октябрь 2014  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
      12345
    6789101112
    13141516171819
    20212223242526
    2728293031
        Последние документы
        Наши фотографии
       


    Последние новости

    [13.04.2018]
    ИЗВЕЩЕНИЕ (71)
    [06.04.2018]
    2867-р ФОРМА представления сведений об адресах сайтов и (или) страниц сайтов в информационно-телекоммуникационной сети “Интернет”, на кото (0)

    Архив записей



     
    Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz