Суббота, 18.05.2024, 17:20

Ковардинский сельсовет МР Гафурийский район РБ     

Главная | Мой профиль | Выход Вы вошли как Гость | Группа "Гости" | RSS


Страницы сайта

 

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


Форма входа



  • Cайт с. Юлуково
  • Сайты школ Гафурийского района
  • Газета  "Табын"
  • Йәшлек" газетаһы
  • Администрации сельских поселений района            



    Главная » Статьи » Документы совета » Документы совета

    ДОКЛАД ГЛАВЫ СЕЛЬСКОГО ПОСЕЛЕНИЯ

        Башҡортостан  Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының  Ҡауарҙы ауылы Советы ауыл биләмәһенең 26-сы саҡырылыш Советының                                                                        

                                     сираттағы 89-сы ултырышы

     

                                                 ПРОТОКОЛЫ

    Ҡауарҙы ауылы                                                            2015йылдың  5 февраль

                                                                                                  15-00 сәғәт

    Үткәреү урыны: Ҡауарҙы ауылы Мәҙәниәт йорто

                 Ултырышты Ҡауарҙы ауылы Советы ауыл биләмәһе башлығы

                                                      Кужин И.А. аса

    - Хөрмәтле депутаттар  һәм саҡырылған иптәштәр!

                     Хөрмәтле ауылдаштар!

    Ауыл советында 10 депутат .Ултырышты асыу өсөн кәрәкле кворум- 7 депутат.Ултырышҡа 10 депутат килгән.Ултырышты үткәреү өсөн кворум бар.

     

    Ултырышҡа саҡырылғандар:

    Бөгөнгө киңәйтелгән ултырышта  Бохаров Рәмил Зәкәрейә улы- Ғафури районы хакимиәте башлығы, Зәйнетдинов Фаил Һәҙиәт улы - Ғафури районы Советы рәйесе,  Ишмухаметова Рәйлә Самиғулла ҡыҙы - Ғафури районы Советы секретары, Салауатов Руслан Йәғәфәр улы-район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары, Кейекбаев Фуат Закиевич - район хакимиәтенең тѳҙѳлѳш һәм комунал хеҙмәттәр буйынса урынбаҫары, Хабибуллин Шамил  Насибулла  улы – район мәғариф бүлеге начальнигы, Сулейманова  Эльвира  Мидахат ҡыҙы –БР ер һәм имущество министрлығының Ғафури районы буйынса комитет рәйесе (Председатель КУС МЗИО РБ по Гафурийскому району), Юлмухаметова Рамзия Шакирьян ҡыҙы ДУП Красноусоль Санаторийының директор урынбаҫары, Вахитов Фәниль Рим улы – РФ Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғафури районындағы пенсия фонды начальнигы,  Мухаметшин Рамазан Миннигәрәй улы –БР Гафури районындағы социаль яҡлау начальнигы (Начальник отдела филиала ГКУ РЦСПН по г.Стерлитамаку в Гафурийском районе) , Губайдуллина Эльвира Назиповна- район  поликлиникаһы мѳдире , Юлмухаметов Ильнур Тагир улы – Ғафури районы ветстанция начальнигы ярҙамсыһы. (Заместитель начальника ГБУ «Гафурийская районная ветстанция РБ»),  Хасанов Ирек Ахметович-уполном.участка полицияһы уполномоченыйы.

     

     

    -Хөрмәте депутаттар һәм саҡырылған иптәштәр !

                 Ауыл Советында 10 депутат. Ултырышты асыу өсөн кәрәкле кворум-10 депутат. Ултырышты үткәреү өсөн кворум бар.

                 Ҡауарҙы ауылы Советы ауыл биләмәһенең 26-сы саҡырылыш Советының 89-сы ултырышын асырға тәҡдим бар. Башҡа тәҡдимдәр юҡмы?

    Кем ултырышты асырға тигән тәҡдимгә ҡушыла, шул иптәштәр тауыш бирегеҙ.....

    Риза___________

    Ҡаршы_________

    Тотkарланды_____________

    Ҡарар ҡабул ителде.

                Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл Советы ауыл биләмәһенең 26-сы саҡырылыш Советының 89-сы ултырышы асыҡ тип иғлан ителә.

        (Рәсәй Федерацияһы  һәм  Башҡортостан   Республикаһы  гимны  яңғырай)

    Ултырышты  алып  барыр  өсөн  ултырыштың     секретарын     һайлайыҡ,

                          Калмурзина Сәлимә - 1-се һайлау округы депутаты.

    Риза___________

    Ҡаршы_________

    Тотkарланды_____________

    Ҡарар ҡабул ителде.

    Секретарь үҙегеҙҙең урынығыҙҙы алыуығыҙҙы һорайбыҙ.

     

    - Хөрмәтле депутаттар!

                   Башҡортостан  Республикаһының   Ғафури   районы   муниципаль  районының  Ҡауарҙы  ауыл  Советы  ауыл  биләмәһенең  26-сы саҡырылыш Советының  89-сы ултырышындағы  көн  тәртибенә  түбәндәге  һорауҙарҙы ҡарау тәҡдим ителә;

                  Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ауыл Советы һәм Хакимиәтенең 2014йылдағы эше:

                  Докладсы : Ҡауарҙы ауылы хакимиәте башлығы И.А.Кужин.

      3- сө һайлау округы депутаты Абельгузин Райфат Ражап улы сығышы.

      7-се һайлау округы депутаты Сафаргулов Фәнзил Сабирян улы сығышы.

    Юлыҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы Юлуҡов Рахимьян Шакирьян улы сығышы.

    Көн тәртибенә ниндәй тәҡдимдәр бар.

    Тауышҡа ҡуям.

    Риза___________

    Ҡаршы_________

    Тотkарланды_____________

    Ҡарар ҡабул ителде.

     

    - Хөрмәтле депутаттар!

    Ултырыштың эш регламентын раҫлайыҡ:

    Отчет доклады өсөн-25 минутҡа тиклем,

    Сығыштар өсөн- 5 минут,

    Белешмәләр өсөн-2 минут.

    Тауышҡа ҡуям.

    Риза___________

    Ҡаршы_________

    Тотkарланды_____________

    Ҡарар ҡабул ителде.

    Ултырыштың көн тәртибенә түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителә:

    1. “Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ауыл Советы һәм Хакимиәтенең 2014 йылдағы эше” (Докладсы: Ҡауарҙы ауылы Советы рәесе И.А.Кужин)
    2. “Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ауыл Советы һәм Хакимиәтенең 2014 йылдағы эшен баһалау” (Докладсы: Ғафури районы Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров.)
    3. Төрлөләр һәм һорауҙарға яуаптар.

    Риза___________

    Ҡаршы_________

    Тотkарланды_____________

    Ҡарар ҡабул ителде.

    Көн тәртибе буйынса һорауҙарҙы ҡарауҙы үҙ өҫтөмә алам.

            (Доклад)

     

        Хөрмәтле Рәмил Зәкәриә улы, килгән kунаkтар, ауылдаштар !

     

    Үткән 2014 йыл беҙҙең Ҡауарҙы ауылы биләмәһе халҡы ѳсѳн ниндәйҙер кимәлдә еңел дә, ниндәйҙер кимәлдә ауыр ҙа булып үтте. Эш тармаҡтарыбыҙҙың бер ѳлѳшѳндә ҡыйынлыҡтар осораһа, икенсе ѳлѳшѳндә ҡыуаныслы хәлдәр күңелде йылытты. Ауыл хужалығының игенселек тармағында йылдам үҫеш һиҙелмәһә лә, мәғариф, мәҙәниәт, спор, тѳҙѳлѳш, шәхси хужалыҡтарҙағы йылдам үҫеш үҙен һиҙҙереп, беҙҙең ѳсѳн һѳйѳнѳслѳ күренеш булып тора.

    Уҙған йылғы эштәребеҙгә байҡау яһар алдынан ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади, мәҙәни һәм мәғәриф үҫешенә тос ѳлѳш индереүсе һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

     

                   Ауыл иҡтисады, ауылды социаль яҡлау

    Беҙҙең Ҡауарҙы ауыл Советы  ауыл биләмәһенә 4 ауыл ҡарай. Ауыл биләмәһендә барлығы 755 шәхси хужалыk иҫәпләнеп ,  2069 кеше  теркәлгән. Уларҙан  528 пенсионер, эшкә яраҡлы йәштәгеләр –776, мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар –183 (балалар баҡсаһына йөрөүселәр  -86), 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар  - 248;  ирҙәр-1016, ҡатын ҡыҙҙар-1053. 

    Ауылдың социаль-иҡтисади үҫеше  беҙҙең берҙәмлеккә һәм әүҙемлеккә туранан-тура бәйләнгән. Беҙ күпләп ерҙәребеҙҙе эшкәртәбеҙ икән, урта һәм бәләкәй предприятиелар асып халыҡҡа эш урындары булдырабыҙ икән, шәхси хужалыҡта мал-тыуарҙарыбыҙҙы ишәйтеп алған продукцияларыбыҙҙы баҙарҙарға сығарып һатып килем алабыҙ икән беҙҙең иҡтисад та һәм шулай уҡ йәшәү кимәлебеҙ ҙә бермә-бер күтәреләсәк.

     

                                      Шәхси хужалыҡ

    Шәхси хужалыҡтарҙың үҫеш кимәле – ауыл халҡының социаль-иҡтисади йѳҙѳнѳң күрһәткесе ул. Беҙҙең ауыл биләмәһендә эшләп, донъя кѳтѳп, мал тотоп, йәшелсә үҫтергән 700 хужалыҡ иҫәпләнә. Хужалыҡтарҙа 1413 эре мѳгѳҙлѳ мал ҡарала, шуларҙың 626  һыйырҙар, аттар-381 баш, ваҡ мал – 890, ҡорт – 1290 баш.

                                            Малсылыҡ.

    Биләмәләге ауылдарыбыҙҙа күпләп мал тотоусылар иркендә йәшәйҙәр. Шәхси хужалыҡтарҙа күпләп эре мѳгѳҙлѳ мал тотоусыларҙы айырым әйтеп үтке килә: Юлыҡ ауылынан – Киньяғолов Мәхәмәтгәрәй 24 баш (11 һыйыр),Валитов Винер (10һыйыр)  Шагиев Илһам – 40 баш ат һәм 6 һыйыр малы,  , Юлмухаметов Вакиль – 10 (8 һыйыр), Каримов Иршат - 11 (5 һыйыр), Гафаров Варис – 18,Хужаева Гульнара 20 (10 һыйыр). Аҡташтан:

    Идрисов Фарах – 10 баш

    Ҡауарҙынан:

    Муллагилдин Радик – 18 баш

    Акмурзин Ахат – 22 баш

     

    Ауыл биләмәһендә күпләп йылҡы малы аҫраған кешеләр бар. Мәҫәлән: Шагиев Илһам  йылҡы малы аҫрай. Шуға ҡымыҙ етештереүҙе тиҙҙән ойошторорға кәрәк.Ял итеүселәрҙә беҙгә күпләп киләләр.Үҙебеҙҙең көнкүрешебеҙҙе яҡтыртыу буйынса ла һәйбәт булыр ине

     

    Был һандарҙы бик күп дауам итергә мөмкин. 

    Былтырғы йылда Юлыҡ ауылында шәхси хужалыҡтарҙан һѳт йыйыу ҙа ойошторолдо. Киньягулов Мәхәмәтгәрәй 38000 литр халыҡтан һѳт йыйып хѳкүмәткә тапшырған.

    Ауылдарҙа малдың үрсеүе һәм ул малдарҙың ауырымай беҙгә таҙа продукциялар биреүе туранан тура ветеринар хеҙмәткәрҙәргә, беҙҙеңсә әйткәндә, мал духтырҙарына бәйләнгән.  Беҙҙең биләмәләге малдарҙы 3  ветеринар : Ильдус Абдульманов, Хызыр Абдуллин, һәм Ғиндулла Салимов хеҙмәтләндерә. Прививкалар эшләйҙәр, мал ауырып–фәлән китһә ярҙам итәләр.

                                           Умартасылыҡ.

    Беҙҙең йәшәгән тѳйәгебеҙҙең  умартасылыҡ менән шѳғѳлләнер ѳсѳн иң уңайлы урын. Ауыл халҡы быны бик тә уңышлы файҙалана. Умарта тотмаған хужалыҡтар бик һирәк. Донъя кѳтәм тигән урта һәм йәш быуын вәкилдәренең хужалығында кәм тигәндә дүртәр-бишәр умартаһы бар. Боронораҡ йәш ғаилә ҡороусыларға үрсем булһын тип атай-әсәһе эре мѳгѳҙлѳ мал бирһә, хәҙер ѳҫтәмә рәүештә бер-нисә баш умарта биреү йолаға инеп китте. Был беҙҙә уматасылыҡтың үҫешен күтәреүгә бермә-бер йоғонто яһаны. Күпләп йѳҙәр баш умарта тотоусылар ҙа бар. Улар: Күпләп бал ҡорто тотоусылар

    Давлетбаев Мөнир – 60 баш бал ҡорто

    Абдрахманов Раис – 55 баш бал ҡорто

    Исмагилов Азат – 100 баш бал ҡорто

    Альмухаметов Азат – 70 баш бал ҡорто

    Каримов Иршат- 43 баш бал ҡорто

    Альмухаметов Азамат 37 баш бал ҡорто

    Абдуллина Нажиба 30 баш бал ҡорто

     Шулай уҡ, айырыуса 30-50 баш умарта тотоусылар бик күп. Ундайҙар бал иҫәбе менән генә түгел, ә ҡорт күсе, умарта һатып та ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырып торалар. Умартасылыҡты үҫтерәм тип ауыл хужалығы кредитын алыусылар ҙа йышайҙы.

    Ҡауарҙы ауылы хәкимиәтенән 21 кеше «Росселхозбанк» аша кредит алыр ѳсѳн документ юлланы. Элекке йылдарҙа йышыраҡ 100-әр мең һумлыҡ кредит алһалар, хәҙер 200, 300, 500 һумға ҡурҡмай кредит алалар, сѳнки мал-тыуарын, ҡорттарын ишәйтеп уның файҙаһын күрәләр.

                                             Йәшелсә.

    Ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫемселек менән шѳғѳлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Баҡсаларында йәшелсә үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа ризыҡ туплаһалар, ҡалған ѳлѳшѳн баҙарҙарға сығарып һатып килем эшләйҙәр. (Мәҫъәлән: Валитова Зөлфиә, Латыпова Земфира ,Басыров Фәнил, Абсалямов Ильгиз,Юлмухаметов Вәкил,Юлмухаметов Фәйез, Абсалямов Ирек,  )

     

                                        Йәрминкә, баҙар.

    Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа етештергән тауарҙарҙы баҙарҙарға, йәрминкәләргә сығарып һатыу яйлап үҙ кѳсѳнә инеп бара. Күптәрҙең һѳт ризыҡтарынан яһалған ҡоротон, ҡаймағын, эремсеген сығарып һатыуға ҡуйыуҙары була, тиҙ арала алып та бѳтәләр, ундай кешеләрҙең белгән һәм ѳйрәнгән кешеләре тура ѳйҙәренән заказ менән дә һатып алалар. Аҙна һайын баҙар, йәрминкәләргә сығыусыларҙы айырым әйтке килеп китә. Каримова Фидәлиә, Галиуллина Гөлшат, Валитова Гульнур,Юмалина Гөлсира,Абельгузина Гузәл, Валитова Зөлфиә,Юлмухаметова Гөлфинә, һәм башҡа бик күп апайҙар ….

    Ләкин беҙ дѳйѳм рәүештә баҙарға үҙебеҙ етештергән тауарҙарҙы сығарып һатырға тулыһынса әле лә ѳйрәнә алмайбыҙ. Етештергән тауарҙарыбыҙҙы серетеп ташлаһаҡ ташлайбыҙ, ә баҙарға сығарып һатырға ҡурҡабыҙ. Ана кѳньяҡ халыҡтар нисек баҙарҙарҙы яулап алып бѳткәндәр. Апельсин-мандариндары менән баҙарҙар тулып бѳткән, былар күп, үтмәй, туҡтатайым, йәки хаҡын тѳшѳрәйем, тип тормайҙар, йәбешеп ятып алдап-йолдап хаҡын арттырып һатыу яғын ҡарайҙар. Ә беҙҙекеләр алып сыҡҡан продукцияһын: һѳтѳн, ҡаймағын, ҡоротон, итен, балын һатып ҡараған була ла, уныһын да ояла-ояла, ҡурҡа-ҡурҡа, тауарым үтмәй тип һуңынан буш хаҡҡа биреп китә. Системалы эшләмәгән баҙар баҙар була алмай, үҙебеҙ етештергән  продукцияларыбыҙға үҙебеҙ хаҡ ҡуя алмайбыҙ, баҙарҙарға үҙебеҙ керә алмайбыҙ. Үҙебеҙ керә алмағанға ла шулай ул. Ихтибар иткәнһегеҙ барҙыр: Башҡорт балы һәм шуның эсендә бигерәк тә Ғафури балы баҙарҙарҙа популярлыҡ менән һатыла. Ә ысынын да шул исем аҫтында ниндәй генә бал һатмайҙар һәм ул продукцияның ҡайҙан килгәнен дә белмәҫһең.Үҙебеҙ етештергән балдарыбыҙ, моғайын да күптәребеҙҙең һатылмай яталыр. Быға баҙар системаһын белмәүебеҙ, ныҡышмал булмауыбыҙ сәбәпле.

     

                                        Торлаҡ тѳҙѳлѳшѳ

     

    Беҙҙең ауыл биләмәһендә торлаҡ тѳҙѳлѳшѳ йылдың-йылы үҫеш кисерә. Яңы йорт һалып кереү кешегә иң ҡыуаныслы ваҡиға булып тора. 2014 йылда Зайнетдинов Руслан,Каримов Иршат,Валитов Ильшат өй туйлаһалар Давлетбаев Салауат,Баязитов Рәшит, Ромоновская Гульнур, Каримова Лира  төҙөлөш эсендә ҡайнайҙар.  Уларҙы ҡотлап китәек иҫән һау һалған өйҙәрендә йәшәргә насип булһын. Газ индереүгә тип күп халыҡ өйҙәренә төкөтмәләр эшләне,өйҙәрен ҙурайтып хатта туалет, ванналар эшләйҙәр.

    Тѳҙѳлѳштәргә үҙебеҙҙең һәр ауылда тип әйтерлек пилорамаларҙың (такта ярҙырғыстарҙың) булыуы ла ярҙам итәлер. Эшләп килгән пилорамдар: Ҡауарҙыла – 6, Аҡташта – 2, Юлыҡта – 2, Һабайҙа -1.

     

                                             Эшҡыуарлыҡ.

    Ауыл биләмәһендә булдыҡлы, эшһѳйәр ғаиләләр ҡайҙандыр килем килер тип кѳтѳп ятмайҙар, ә эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнәләр.

    Ауыл биләмәһендә 1 фермерлыҡ хужалыҡ бар, Латыпов Марат Фәрит улының тырышлыҡтары арҡаһында был фермерлыҡ хужалығы һаҡланып килә. Һаҡланып килә тип, ни ѳсѳн әйтәм, сѳнки нисә йыл инде йәй айы ҡоролоҡ менән килә, уңыш алыу мѳмкинселеге юҡ. Фермер хужалығы 150 гектар ер эшкәртеп, уның 70% иген культураһы, 30% мал аҙығыы иҫәпләнә һәм 60 баш эре мал ҡарай. Юлыҡ ауылы егете Урманшин Ильгиз Ралифович быйыл 500 ҡаҙ алып уҫтереп , йәрминкәләргә йөрөп һатыу итте.

    Арендаға бирелгән  50 гектар ергә Ағиҙел колхозы арыш сәсте. Әлеге көндә Киньягулов Мәхәмәтгәрәй 70 гектар ер алды һәм киләсәктә ошо ерҙе эшкәртер тигән өмөттә ҡалабыҙ.Зайнетдинов Руслан Гильманович әлеге көндә 57 гектар ер һөрөп эшкәрткән һәм сәсергә әҙерләй.Ҡаранйылға ауылынан  эшҡыуар Асылбәков Әхмәт һоло сәсеү өсөн 90 гектар ер һораны.Урманшин Ильгиз сәсеү өсөн 30 гектар ер һораны.

    Беҙҙең эшҡыуарҙарыбыҙ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып торалар.Бына улар-Фермер хужалығы директоры Латыпов Марат Фәрит улы , эшҡыуар  Васиков Замир Әнүр улы ,эшҡыуар Басыров Фәнил Миңнеғәли улы.

    Ауыл биләмәләрендә ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙә быйылғы йылда яңы магазиндар асылды. Хужаев Азат Юлыҡ ауылында магазин асып эшҡыуалыҡ эшен тағы ла йәйелдереп ебәрҙе. Был магазиндар ауылдарҙы йәмләп, уның  йѳҙѳн генә күрһәтеп ҡалмайны, ә халыҡҡа ѳҫтәмә эш урыны булдырҙы, ҡулаҡса әләнешен булдырып ауылдың иҡтисадын һәм социаль үҫешен күтәрҙе. Ауыл биләмәһендә   (Ҡауарҙыла –6, Юлыҡта – 4, Һабайҙа – 1, Аҡташта – 1,). Магазиндар бар.

     

     

                                      Ауылды тѳҙѳкләндереү.

    Ауылдарыбыҙҙы тѳҙѳкләндереү һәр беребеҙҙең шәхси эше һәм мѳҡҡәдәс бурысыбыҙ. Әгәр үҙебеҙҙең йорт-ҡаралтыларыбыҙҙы матурлап, нығытып торабыҙ икән ауылыбыҙҙың йѳҙѳ бермә-бер матурая. Шуны ла айтеп китмайенсә булмай, быйыл Юлыҡ ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар “ байрамы утте.Шул айҡанлы Юлыҡ ауылы халҡы йорт ҡураларын матурлап, буяп, төҙөкләндереп байрамға ҡыҙыу әҙерләнде.Быйыл 2015 йыл Ҡауарҙы ауылында  “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы планлаштырылған.Ҡауарҙы ауылы урамдары ла гөрләп торор тигән  фекерҙә ҡалабыҙ.Матур, тѳҙѳк урам аша үтһәң күңел гә лә рәхәт булып ҡала. Ҡауарҙы һәм Һабай, Юлыҡ ауылдарында йорттарҙа “зәңгәр яғыулыҡ” ҡулланала. Тағыла монтаж эшләнелгән йорттар бихисап. Әлеге көндә һыу мәсъәләһе Ҡауарҙыла, Юлыҡта  хәл ителгән.   Барыбыҙ ѳсѳн дә изге урын- зыяраттарыбыҙҙы таҙартып, тѳҙѳкләндереп торабыҙ. Аҡташ ауылы зыяраты  тулыһынса профнастил менан кәртәләнеп бөтөлдө.Ҡауарҙы ауылында 200 метр ,Юлыҡта 150 метр , Һабай ауылында 100 метр ара профнастил менән кәртәләнде.Әле 290 метр  сетка- рабица 100 бағана, 600 метр профиль торба 15 тоҡ цемент һәм буяу зыяраттарҙы кәртәләү өсөн алынды.

                                           

                                       Бюджет.

    2014 йылда Кауарҙы ауыл биләмәһе ауыл советы бюджетына 4022762,13   һум аҡса керҙе. Үҙ килемебеҙ 5318217 һум булып иң күп ѳлѳшѳ физик шәхестәрҙең килем ѳлѳшѳнә һалынған һалым һәм 16 % тәшкил итте. 2014 йылда бюджет сығымдары 4559071 һум булып:

    аппаратҡа – 17359981,34 һум

    ВУС хәрби учетка– 186 300

    пожаркаға - 207041

    юлдар тѳҙѳкләндереүгә – 200 000

    комуналь хужалыҡ – 476 336

    Благоустройство – 100 000( зыяратҡа)

    урамдарҙы яҡтыртыу – 100000

    юл таҙартыуға -50000 (солярка)

    клубтар ѳсѳн – 1190247,75

    соц.политика – 42000 һум. тотонолған.

                                       

                                 Мәғариф.

    Биләмә территорияһында  2 урта  мәктәп (Ҡауаҙы  урта дѳйѳм белем биреү мәктәбе һәм Юлыҡ тулы булмаған урта  дѳйѳм белем биреү мәктәбе) һәм уларҙың структураһында 1 аҙ комплектлы башланғыс мәктәп (Һабай  ауылында) эшләп килә.  Мәктәптәрҙә барыһы 237 бала белем ала. Уарҙың    Ҡауарҙыла 144, Юлыҡта  93 ,   

        2 балалар баҡсаһы бар Ҡауарҙы һәм Юлыҡ ауылдарында. Ҡауарҙы ауылы балалар баҡсаһында 51 бала  һәм Юлыҡ ауылында 35 бала тәрбиәләнә .  

                                                                                       

                                  Мәҙәниәт

     

    Ауыл биләмәһендә 1 ауыл клубы һәм 2 мәҙәниәт йорто эшләп килә. Был зданиелар барыһыла газ менән йылытылды. Төрлө мәҙәни саралар үткәрелеп тора. Юлыҡта данлыҡлы «Зилимский» ансамбеле эшләп килә .  Һаумыһығыҙ, ауылдаштар  байрамы Юлыҡ ауылында бик матур үтте,  Юлыҡ ауылы мәсете  10 йыллыгын уткәрҙе,Ҡауарҙы, Юлыҡ клубтарында әсәйҙәр көнөнә арналган матур күркәм байрам үткәрҙеләр төрлө кул эштәренән күргәҙмә эшләп күрһәттеләр.Юлуҡова Суфия Амировна етәкселегендә Ак инәйҙәр ҡоро эшләп килә, фитнес клуб ойошторолдо һәм кул эштаре кружогы асылды.

    Йыл һайын район һабантуйында актив ҡатнашабыҙ

     

     

     

                     Матбуғат һәм почта бүлексәһе.

    2 почта бүлексәһе эшләп килә. Уны 5 хеҙмәткәр хеҙмәтләндерә. Ҡауарҙы, Һабай, Юлыҡ, Аҡташ ауылдарында матбуғат продукцияһы үҙ ваҡытында таратыла.

    Матбуғатҡа яҙылыу: (Ҡауарҙы,Һабай,Аҡташ,Юлыҡ) 

    «Табын» гәзитенә –277 кеше (йорт);

    «Звезда» гәзитенә – 5;

    «Башҡортостан» - 7;

    «Йәшлек» - 44;

    «Йәншишмә» - 4.

    Ауылда Баштел компанияһы аша күп кеше  интернет  менән ҡуллана  һәм IP  телевидениеһын ҡарай .

     

                                      Һаулыҡ һаҡлау.

    Беҙҙең биләмә халҡын  дүрт ФАП иҫәпләнә.  Больницала 5 хеҙмәткәр эшләп килә. Халыҡты табиптарыбыҙ ярҙамһыҙ ҡалдырғаны юҡ, халыҡ яғынанда ялыуҙар ишетелмәне.

     

                                        Демографик хәл.

    Билдәле булыуынса, демография тормош сифатының индикаторы булып тора. 2014 йылда үлем тыуымдан юғарыраҡ тәшкил итте.Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә, имен булмаған ғәиләләрҙә һәм социаль етемлекте иҫкәртеүҙә, барлыҡ проблемаларҙы хәл итеүҙә ауыл советында ветерандар советы, 2 мәктәп уҡытыусылары менән берлектә эшләйбеҙ.Беҙҙең бурыс булып тора: тәмәке тартыуға, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға әүәҫ балалар һәм үҫмерҙәр араһында эште көсәйтеү, үҫмер һәм йәштәр араһында спортты үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тора.

    Беҙҙә быйылғы йылда 10 бала тыуған, 20 кеше үлгән.

     

     

                                  Енәйәтселек (Крименоген)

    Үткән йыл енәйәтселек ҡылыусылар  15 кеше теркәлгән булһа быйыл  3 енәйәтсегә әҙерәк, иҫерек килеш 2013 йыл   11 кеше теркәлгән, 2014 йыл 3 кешегә  күберәк  иҫәпләнә.

     

                                     Физик культура, спорт.

    Ауыл биләмәһендә спорт менән шѳғѳлләнеү һәм сәләмәт тормош алып барыр ѳсѳн тѳрлѳ саралар уҙғарылып тора. Кѳрәш, волейбол, футбол, еңел атлетика, саңғы буйынса ярыштар булып тора. Һәр спорт мероприятиеларында ҡатнашып ауыл биләмәһе командаһы призлы урындарҙан ҡалғаны юҡ. Үткән йыл «Табын» гәзите үткәргән милли кѳрәштә 3-сө урын, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты призына милли кѳрәш ярышында дѳйѳм команда иҫәбе буйынса – 2-се урын ,һабантуйҙағы спорт ярыштары буйынса 3–сө урынды алдыҡ. Спортҡа йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында байрамдар һайын ойошмалар араһында ярыштар уҙғарыла. Ҡауарҙы, Юлыҡ ауылдарында  милли кѳрәш түңәрәге эшләй, волейбол кружоктары  эшләп килә тренерҙары Каримов Кәрим һәм Якшибаев Илһам.Ҡауарҙы ауылында йылда  1- се май көнө  шахмат фестевале уҙғарыла. Унда Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ауырғызы, Архангель райондары командалары ҡатнаша.Шахмат кружогын Исхаков Сабир етаклай.

     

     

     

                                  Йәштәр – беҙҙең киләсәк.

    Беҙҙең эштең иң мѳһим бурыстарының береһе булып йәштәр менән эш тора. Йәштәр - беҙҙең киләсәгебеҙ, беҙҙең ышанысыбыҙ. Беҙҙең тѳп бурысыбыҙ йәштәрҙе яҙыҡ юлдан аралап ҡалыу, енәйәтселектең, наркоманияның, эскелектең таралыуын профиклактикалау һәм уға ҡаршылыҡ күрһәтеү. Һәләтле йәштәрҙе ваҡытында күреп ынтылыштарын үҫтерергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ кәрәк. Беҙҙең Ҡауарҙы ауылы биләмәһендә 14 йәштән 30 йәшкә тиклем 408 кеше иҫәпләнә. Мәктәпте уҡып бѳткәндәренең күпселеге ситтә йѳрѳп эшләй һәм уҡый.

     

                                    Социаль ѳлкә

    Ғаиләләргә килгәндә – күп  балалы ғаиләләр һаны – 70. Шуларҙан

               3 балалы - 50 ғаилә, 

              4 балалы – 13 ғаилә, 

              5 балалы - 8 ғаилә, 

               6 балалы -2  ғаилә

    7 балалы - 1 ғаилә иҫәпләнә.

    Ауыр хәлле ғаиләләр – 20 

    Яңғыҙ әсәләр – 12 

    Әсәйһеҙ бала ҡараған атайҙар – 6

    Инвалид балаһы булған ғаиләләр – 13 

    Курсаулыkkа (опекуны)  бала алғандар -  7   (15 бала) ҡарайҙар.

    Аҫрауға (приемные семьи) бала алғандар – 10   (15 бала) ҡарайҙар.

     

                           Ветерандар иғтибар үҙәгендә.

    Беҙҙә ветерандар һәр саҡ күҙ уңында. Улар үҙҙәре лә әүҙем. Ветерандар Советы әүәлдән эшләп килә. Беҙҙең ветерандар ауылда, районда ниндәй генә саралар уҙғарылмаһын барыһында ла тырышып ҡатнашалар. Беҙҙә 528 пенсионер иҫәпләнә, 37 тыл ветерандары, 42 хеҙмәт ветерандары. Оло быуын вәкилдәрен хѳкүмәт тә үҙ ярҙамынан ташламай. Һуғышта ҡатнашҡан ветерандарға һәм тыл ветерандарына йорт сертификаттары тапшырыла . Тол ҡатындар 12 ,уларҙың 12-һе йортҡа сертификат алған .

     

                                  Администрация эшмәкәрлеге

    Ҡауарҙы ауыл хакимиәте халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. Беҙ халыҡтың кәңәшсеһе лә, тайпылған урында ярҙам ҡулы һуҙыусыһы ла, ауыл биләмәһенең үҫеше ѳсѳн янып-кѳйѳп йѳрѳүсе ауылдаштарҙың аҡыллы кәңәштәрен тыңлаусы ла. Шуға күрә беҙҙең тѳп бурыс – халыҡтың ышанысын нығытыу.

    2014 йылда ауыл хакимиәте тарафынан – 12 ҡарар (постановление), 27 распоряжение сығарылған. Үҙҙәренең һорауҙары  менән   мѳрәжәғәт итеүселәр 860.   Һәр бер мѳрәжәғәт яуапһыҙ ҡалманы.

    Ауылдарҙа бөтәһе халыk менән 11 йыйылыш узғарылған. Шуларзың 7-һе – көтөү һәм башkа мәсьәләләр буйынса булһа, 2-һе – хакимиәт отчеты, __2_-һе – пай ерҙәре буйынса уҙғарылған. Көнкүреш мәсьәләләр, байрамдар уҙғарыу буйынса хакимәт ултырыштары даими үткәрелеп тора.

     

                    Противопожарная часть. (Янғынға ҡаршы кѳрәш)

    Ҡауарҙы ауылы биләмәһендә янғын һүндереү бүлексәһе эшләй. Унда иҫке генә булһа ла 1 янғын һүндереү машинаһы Урал автомабиле 4320 , 9000 литр һыу һыйҙырышлы һәм уны 3 водитель-боец хеҙмәтләндерә. (Ильдус, Вакиль һәм Ғаян). Улар сиратлап тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итәләр.  Үткән йыл янғын һүндереү бүлексәһен тотор ѳсѳн  180 641һум аҡса тотонолған. Машина торған помещение йылы , мәктәп котельныйы аша йылытыла.  Дизел  яғыулығын үҙ хәлебеҙҙән килгәнсә хәстәрләйбеҙ.  Үткән йылда ауыл ерендә 3 янғын осорағы теркәлгән. Беҙҙең янғын һүндереүселәр тиҙ арала барып етеп янғынды ситкә ебәрмәүҙе хәстәрләйҙәр һәм был осорҙа уларҙың ярҙамы бик ҙур.

     

     

     

                                            Совет эшмәкәрлеге.

    Ҡауарҙы ауыл Советында 10 депутат эшләй. Уҙған йылда 12 ултырыш узғарылған, барлығы 63 kарар kабул ителгән. Ҡарарҙар kабул итеү федераль һәм региональ закондарға, ауыл биләмәһе Уставына таянып эшләнгән. Прокуратура тарафынан йыл һуҙымында 2 протест ебәрелеп, уларға яуап kайтарылған, kайһы бер kарарҙар яңынан kаралған.

    Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһы президенты тарафынан Башҡортостанда «Әҙәбиәт йылы» итеп билдәләнде. Әҙәбиәт йылында беҙҙең алда эштәр бик күп тора. Әҙәбиәтселек ул матурлыҡ.  Беҙ бар яҡтан да матур булайыҡ.  Иң тәүге сиратта күңелебеҙ менән. Бер-беребеҙҙе хѳрмәт итәйек, енәйәтселектән, эскелектән, тәртипһеҙлектән ҡотолайыҡ. Ғаиләләребеҙҙә татыулыҡ, йылылыҡ ойошторайыҡ, үҙ балаларыбыҙҙы һѳйѳп, матур тәрбиәләп илебеҙҙең ғорур улдары һәм ҡыҙҙары булырҙай үҫтерәйек. Йорттарыбыҙҙың эсен күңел йылыһы менән матурлаһаҡ, тышҡы күренешен дә ҡояш балҡығандай балҡытайыҡ, урамдарыбыҙҙы, йорт-ҡаралтыларыбыҙҙы таҙартайыҡ, нығытайыҡ һәм биҙәйек. «Әҙәбиәт йылын»да  барыбыҙ ҙа эске һәм тышҡы күренешебеҙ менән дә, тирә-яҡҡа мѳнәсәбәтебеҙ менән дә, аң-кимәлебеҙ үҫеше менән дә матур булайыҡ, насарлыҡҡа юл ҡуймайыҡ, ауылдаштар-туғандар.

    Ихтибарығыҙ ѳсѳн рәхмәт!

                 Миңә ниндәй тәҡдимдәр йәки һорауҙар булыр?

      Әгәр һорауҙар булмаһа,сығыштарға күсәйек.

            (Старосталарға,депутаттарға,ветерандар Советы рәестәренә,мәктәп директорҙарына һүҙ бирелә)

         1.Абсалямов Ильгиз Мәғәҙәр улы.Аҡташ ауылы старостаһы.

    2.Гафаров Үәрис Мөхәмәт улы. Һабай ауылы халҡы исеменән.

    -Хөрмәтле депутаттар һәм саҡырылған иптәштәр!

            Һүҙ Район хакимиәте башлығы Бохаров Рәмил Зәкәриә улына бирелә:

           (сығыш)

    -Рәхмәт Рәмил Зәкәриә улы!

    -Хөрмәтле депутаттар!

    Һеҙҙең ҡулығыҙҙа Ҡарар проекты бар

                    “ Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ауыл Советы һәм Хакимиәтенең 2014 йылдағы эше”

          (ҡарар проектының эстәлеге уҡыла)

    -Ҡарар проекты буйынса ниндәй тәҡдимдәр бар?

          (раҫларға)

    - Хөрмәтле депутаттар!

                   “ Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ауыл Советы һәм Хакимиәтенең 2014 йылдағы эше”

    Ҡарар проектын раҫларға тигән тәҡдим бар.

    Тауышҡа ҡуям

    Риза___________

    Ҡаршы_________

    Тотkарланды_____________

    Ҡарар ҡабул ителде.

    -Хөрмәтле депутаттар һәм саҡырылған  иптәштәр! Килгән ҡунаҡтар, ауылдаштар!

       Ҡауарҙы ауыл Советының көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр ҡаралып бөттө.

    Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы муниципаль районының Ҡауарҙы ауыл Советы ауыл биләмәһенең 26- сы саҡырылыш Советының сираттағы 89-сы ултырыш ябыҡ тип иғлан ителә.

          (Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырай)

                 Ултырышта ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

                                       Һау булығыҙ!



    Источник: http://kovardy.ucoz.ru/2015/doklad_glavy.doc
    Категория: Документы совета | Добавил: Коварды (06.04.2015)
    Просмотров: 945 | Рейтинг: 0.0/0
    Всего комментариев: 0
    Имя *:
    Email *:
    Код *:
                  Поиск
       
            
    Календарь
        Последние документы
        Наши фотографии
     
    Copyright MyCorp © 2024
    Сделать бесплатный сайт с uCoz